Өфөлә бала табыу йортонан сыҡҡанда тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тәжрибәһен индерҙеләр. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова хәбәр итте.
«Әлегә ике пилот учреждениеһы ғына: Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йорто», — тип белдерҙе республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары.
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, процедура түбәндәге схема буйынса башҡарыла: кәрәкле документтар йыйыла, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәренең ЗАГС бүлектәренә бара һәм дауахананан сыҡҡан көндә документтарҙы кире килтерә.
Киләсәктә был тәжрибәне республиканың барлыҡ бала табыу йорттарына таратыу күҙаллана.