Аҡъяр физкультура-һауыҡтырыу комплексында район үҙәгенең ойошмалары һәм предприятиеларының ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса турнир уҙғарылды. Сара Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.
Ярыштарҙа муниципаль район хакимиәте, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, Аҡъяр тау колледжы, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе командалары ҡатнашты.
Шуны биләдәләр кәрәк, барлыҡ командалар, турнирға яҡшы әҙерлек менән килгәндәр, шунлыҡтан спорт майҙансығында көрәш көсөргәнешле барҙы һәм һәр бер еңеү еңел бирелмәне.
Һөҙөмтәлә муниципаль район хакимиәте командаһы еңеү яуланы. 2-се урынды сәнғәт мәктәбе командаһы алһа, 3-сө урынға тау колледжы вәкилдәре күтәрелде. Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм приздар тапшырылды.
фото:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте