Бөгөн төндә Башҡортостанда ҡырҡа һыуытты. Йылы көндәрҙән һуң тотош республикала температура түбәнәйҙе. Төндә урыны менән 15-20 градусҡаса һалҡынайтты.
Иртән Аҡъярҙа -2,-15 градус булыуы көтөлә.
Бынан тыш, ведомство һауа шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртә. 6 мартта төндә һәм иртән – урыны менән томан, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ.
Көндөҙ һауа +3, +2 градусҡа тиклем йылына.