Рәсәйлеләрҙең килемдәренең түбәнәйеүе һәм ярлы халыҡтың артыуы объектив хәлдәр менән аңлатыла. Был турала ТАСС агентлығына интервьюһында Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе.
Путин ғәйепле вазифалы заттарҙы атаманы һәм донъя кимәлендә нефтькә хаҡтарҙың төшөүен аңлатты. Дәүләт башлығы илдең әлеге ваҡытта нефть хаҡына әҙерәк бәйле булыуын, ә нефть-газ килемдәре өлөшөнөң артыуын билдәләне. Путин бының өсөн ваҡыт кәрәк булыуын да әйтте.
Иҫәп палатаһында Рәсәйҙә ярлылыҡты бөтөрөү буйнса пландың тормошҡа ашырыласағына шик белдерәләр. Аудиторҙар фекеренсә, илдә ярлылыҡ кимәлен 10,8 процентҡа тиклем төшөрөү мөмкин түгел тип иҫәпләй, сөнки бөтә инстурменттар ҙа тап әҙ килемле халыҡ өсөн ҡаралмаған.
Дәүләт башлығы ғинуар башында граждандарҙың килемдәренең әҙәйеүе буйынса борсолоуын белдергәйне. Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында ул илдең киләсәктә демографик көрсөктө үтәсәген белдерҙе, халыҡтың килемдәренең әҙ булыуы туранан-тура тыуымға янауын әйтте.