Муниципаль район хакимиәтендә ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Аҡъяр ауылында Башҡортостанстат подразделениеһының баш белгес-эксперты Зөлфиә Әбүбәкерова ошо масштаблы сараға әҙерлек саралары буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе.
Зөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барылыуы тураһында һөйләне. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына йорттар теҙмәһен аныҡлау һәм адреслы хужалыҡтар торошон тикшергән кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыуға иғтибар итергә саҡырҙы. Шулай уҡ урамдар исемен һәм йорттар һанын күрһәткән күрһәскестәр ҡуйыу йәки алмаштырыу буйынса эште тамамлау кәрәклегенә баҫым яһаны.