Яңылыҡтар
4 Март 2020, 06:13

"Зарница" район хәрби-спорт уйындары тантаналы митингтан башланды

Фоторепортаж менән беҙҙең сайтта танышырға мөмкин

Район үҙәгендә мәктәп уҡыусылары араһында «Зарница» хәрби-спорт уйындары уҙғарылды. Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналған сарала Аҡъяр, Бүребай, Татыр-Үҙәк, Һамар, Әбүбәкер һәм Өфө ауылдары мәктәптәренән барлығы 7 команда ҡатнашты. Ярыштарҙы район мәғариф идаралығы һәм ДОСААФ-тың урындағы бүлеге ойошторҙо.
Сара Аҡъяр ауылының Еңеү паркында тантаналы митинг менән башланды. Йәш армеецтар алдында йәмәғәт ойошмаларының координацион советы рәйесе Салауат Юлдашбаев, мәғариф идаралығы методисы Нурислам Манишев, ДОСААФ бүлеге рәйесе Фаил Юлдашбаевтар сығыш яһаны. Митинг барышында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды, уларҙың һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Читайте нас