Яңылыҡтар
4 Март 2020, 06:05

Фольклориада фестиваленә районға ниндәй илдәрҙән ҡунаҡтар килә?

*

Быйыл 18 июлдән 1 авгуска тиклем Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге мөһим мәҙәни сара – Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Ошоға бәйле республика 10 фестиваль округтарына бүленгән. Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары 8-се «Көньяҡ-Көнсығыш» фестиваль округына инде. Бында 7 ил вәкилдәре – Испания, Кипр, Ҡаҙағстан, Панама, Швеция, Тунис һәм Төркиәнән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.


21 июлдә Аҡъяр ауылында костюмлаштырылған парад уҙғарыу планлаштырыла. Ул Батанов һәм Аҡмулла урамдары буйлап үтеп, Тау колледжы алдындағы Ял һәм мәҙәниәт паркында тамамланасаҡ. Ошонда уҡ төрлө дәүләттәрҙең артистары сығыш яһап, үҙҙәренең мәҙәниәте менән таныштырасаҡ.

фото:Хәйбулла район мәҙәниәт йорто
Читайте нас