Яңылыҡтар
3 Март 2020, 13:54

Тере сәскәләр һәр ваҡыт модала. "Гөлләмәләр - мөхәббәт билдәһе", - ти сәскәләр салоны хужабикәһе Айһылыу Мостафина

..

Һигеҙенсе март – халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Кемдең кемлеге байрам еткәс беленә. Яҡындарҙы матур күреү өсөн берәүҙәр бик шәп бүләк һайлаһа, икенселәре аҡса бирәм дә ҡотолам тип уйлай. Әммә хәҙер байрамды сәскә бәйләменән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Һөйгәндәренә, туғандарына, дуҫтарыңа сәскә бүләк иткәндә, уларҙың йөҙҙәре нурлана, күңелдәрендә изгелек тамырлана. Изге, саф күңелле кешеләр генә донъяның йәмен, гүзәллеген сәскәләрҙә күрәлер. Ә бына ҡатын-ҡыҙ күңелен затлы гөлләмә менән яулап булыуы бер кемгә лә сер түгел.
Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылы ҡыҙы Айһылыу 9-сы класты тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында белем ала. Унан һуң Екатеринбург ҡалаһы Урал дәүләт тау университетының “Тау инженеры” дипломына эйә булып, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының техник бүлегендә эш башлай.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 18-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас