Яңылыҡтар
3 Марта 2020, 10:33

Баш ҡаланан - еңеү менән!

*

29 февралдән 1 мартҡа тиклем Өфөлә «Сәнғәт менән йәшә» бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижадының фестиваль-конкурсы уҙғарылды. Бында һәүәҫкәр ҙә, профессиональ дә коллективтар һәм солистар төрлө номинацияларҙа ҡатнашты. Барлығы 200-ән ашыу заявка ҡабул ителде.
Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыусылары был конкурста әүҙем ҡатнашып, унда яҡшы әҙерлеген күрһәтте һәм лайыҡлы рәүештә төрлө номинацияларҙа урындар яуланы:
- «Халыҡ инструменттары» номинацияһында (7 – 9 йәшлектәр араһында, соло) Эльзар Иҫәнбаев 3-сө дәрәжә диплом лауреаты булды (уҡытыусыһы – Әлфиә Кирәева).
- «Шиғриәт» номинацияһында (7 – 9 йәшлектәр араһында, соло) Сулпан Байғусҡарова 1-се дәрәжә диплом лауреаты булды (уҡытыусыһы – Айһылыу Акилова).

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!
фото:Хәйбулла районы муниципаль район хамиәтенең сайты
Читайте нас