Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 12:20

Юлбарыҫтың уңған фермеры

..

Юлбарыҫ ауылынан Урал Таймасов бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, ҡуйған маҡсаттарына ынтылған, ауылдаштарына ярҙам итеүҙән йәм, хеҙмәтенән тәм табып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡараған, районда аяғында ныҡлы баҫып торған уңышлы фермерҙарҙың береһе.
Тәжрибәле фермер хаҡында гәзитебеҙҙең элекке һандарында сыҡһа ла, мөмкинлектән файҙаланып, хужалығының торошо, яҙғы кампанияға әҙерлеге һәм башҡалар хаҡында әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Урал Хөрмәт улы колхоз-совхоздар тарҡалғас, 2007 йылдың ноябрь айынан үҙ хужалығын булдыра. 2014 йылда иһә “Башланғыс фермер” программаһы буйынса грантҡа эйә булып, һарыҡсылыҡ тармағын үрсетә. Ул йылдарҙа 70-ләп һарыҡтан башлаһа, бөгөнгө көнгә “Тексель” һәм “Иҙелбай” тоҡомло һарыҡтарҙың һаны 300 баштан ашыу. Бынан тыш, белдекле фермер үҫемселек, игенселек һәм бесәнселек тармағында ла уңышлы үҫешкән.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында таныша алаһығыҙ.
Һүрәттә - Урал Таймасовтың улы Уйылдан Таймасов.
Читайте нас