Яңылыҡтар
25 Февраля 2020, 17:57

Ил инәһе

Ивановка ауылынан Вәлимә Бикбова 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил инәһе
Ивановка ауылынан Вәлимә Бикбова 90 йәшлек юбилейын билдәләй
Хәйбулла районында лайыҡлы тормош юлы үткән оло быуын кешеләрен, ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү изге традицияға әүерелгән.
Был юлы район, ауыл хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре Ивановканан Вәлимә Бикбованы 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡотланы.
Ҡунаҡтар юбилярға Рәсәй Президенты Владимир Путин, муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтан ҡотлау еткерҙе. Вәлимә инәй ихлас тәбрик һүҙҙәрен, сәскә һәм бүләктәрҙе ҡыуанып ҡабул итте.
Ил инәһе үҙенең тормош юлы, хеҙмәт юлы тураһында һөйләне.
Бөгөн Вәлимә инәй ҡыҙҙарының хәстәрлеге аҫтында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Ғаилә йылылығы, ихтирам уға рухи көс, һәр көнгә шатланып йәшәргә дәрт бирә.
Муниципаль район хакимиәте төркөмөнән алынды.