Яңылыҡтар
24 Февраль 2020, 12:26

Иҫәнгилде ауылы клубында патриотик кисә уҙғарылды

*

Тыуған илде һаҡлау - дәүләтебеҙҙең һәр гражданының иң изге бурысы ул.Төрлө быуын кешеләре Рәсәй Ҡораллы Көстәренең данлыҡлы тарихы,көс - кеүәте менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.Рәсәй һалдаты һәр саҡ хәрби присягаға тоғро ҡалыуы,Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла.Ул нисәмә быуын Тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлап киләсәк быуынға тапшыра.Бөгөн беҙ ветерандар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ.Халҡын,Тыуған илен фашизм ҡоллоғонан һаҡлап ҡалған кешеләргә мәңге рәхмәтлебеҙ.Бөгөн беҙҙә лә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараһы үтте.Кисәне асып,ауылыбыҙҙың бөтә ир - егеттәрен ошо матур байрам менән ҡотлағандан һуң сәхнә түренә төрлө йылдарҙа хеҙмәт итеп үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәүсе ир- егеттәр саҡырылды.Һәр береһе үҙҙәренең армия сафында нисә йыл,ҡайҙа хеҙмәт итеүҙәрен ,иҫтәлектәр бәйән итте. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙы төрлө ярыштарҙа һынап һәр береһенә бүләктәр тапшырҙыҡ.Әрме генә түгел,тормош һынауҙарын да лайыҡлы үтеүсе ысын ир - азаматтары бит улар!
Читайте нас