Яңылыҡтар
24 Февраль 2020, 12:18

Байрам уңайынан Ғәлиәхмәттә ир-егеттәр өсөн концерт һәм ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарылды

*

23 февраль көнө Ғәлиәхмәт мәҙәниәте йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Ир-ат батыр ҡанаты, ир-ат яуҙың ҡанаты" исеме аҫтында концерт һәм ир егеттәргә арналған күңелле, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолды.Концерт башланыр алдынан Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илбәков Буранбай Ислам улы бөтә ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап үтте. Унан концерт һәм уйындар ойошторолдо, ауылдаштар бөтәһе лә ихлас күңелдән ҡатнаштылар.
Читайте нас