2-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се “а” класы уҡыусылары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған синыф сәғәтенә Рәмил Ғәббәсовты һәм Айнур Баймөхәмәтовты саҡырҙы. Улар әрме сафында ҡыҙыу нөктәләрҙә – Кавказда хеҙмәт итеүҙәре тураһында бәйән итте. Балалар уларҙың һөйләүен ҙур иғтибар менән тыңланы, төрлө һорауҙар менән яуҙырҙы. Шулай уҡ фотолар һәм миҙалдары менән танышты.