Яңылыҡтар
23 Февраль 2020, 17:13

Татыр-Үҙәктә модулле мал һуйыу цехы асылды

Был, тәү сиратта, халыҡтың ветеринар хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

Татыр--Үҙәк ауылында модулле мал һуйыу цехы асылды.
Эшҡыуар Урал Закировтың хужалығында асылған цех-- районда икенсе.
Яңы төҙөлгән объект яҡын-тирәләге ауыл кешеләренә генә түгел, күрше Йылайыр районы, хатта Ырымбур өлкәһе халҡына ла йылҡы, эре һәм ваҡ малды һуйыу, итте һаҡлау, эшкәртеү кеүек хеҙмәттәр күрһәтәсәк.
Яңы законға ярашлы, хәҙер мал махсус пункттарҙа боғаҙланырға тейеш. Был тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнә. Малдарҙа ниндәй генә ауырыу юҡ, уларҙың кешеләргә лә йоғоуы ихтимал бит. Бындай алым төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтен дә әһәмиәтле, сөнки мал табиптары урында уҡ иткә һәм эске органдарына етди тикшереү үткәрә.
Сирҙәрҙе ваҡытында кисектереү өсөн дә мал һуйыу цехтарын булдырыу мөһим.
Читайте нас