Татыр-Үҙәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Баш ите” боронғо башҡорт йолаһына арналған сара уҙғарылды. Башта мәҙәни ойоштороусы Раушания Таҡаева оҙон ҡыштың аҙағын кәүҙәләндергән был башҡорт йолаһының йөкмәткеһе һәм тарихы тураһында һөйләне. Артабан таҡмазалар һәм әйтемдәр менән баш итенең нисек таратылыуы менән таныштырып үтте. Шафиғә инәй Халиҡова йыйылған халыҡҡа һәм бар ауылға намаҙ уҡыны.