Яңылыҡтар
23 Февраль 2020, 11:55

Иғтибар, елдең тиҙлеге 22 м/с тиклем көсәйеүе көтөлә

Һаҡ булығыҙ!

Бөгөн кисен Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа шарттары булыуы күҙаллана. Бының тураһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Иҫкәртеү бер тәүлек дауамында ғәмәлдә буласаҡ.
Айырым әйткәндә, республикала елдең тиҙлеге 17-22 м/с тиклем көсәйеүе көтөлә. Урыны менән ҡар һәм ямғыр яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Һауа температураһы: төндә -3,-8°, аяҙайғанда -13° тиклем, көндөҙ +2,-3.
Читайте нас