Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылына арналған традицион спорт байрамы уҙғарылды. Ул “Рәсәй армияһы геройы бул” йәштәр проекты сиктәрендә үтте.
Сарала Әбеш ауылынан «Һыбайлылар», Әбүбәкерҙән «Һалдаттар» һәм «Бөркөттәр» командалары ҡатнашты.
Ир-егеттәр автоматты һүтеп-йыйыуҙа, строевой әҙерлек, етеҙлек һәм башҡа спорт конкурстарында көс һынашты. Шулай уҡ гир күтәреү, хәрби йырҙарҙы отоу буйынса,
«Разведчиктар», «Снайперҙар» эстафеталарында ярышты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Әбеш ауылынан «Һыбайлылар» командаһы 25 мәрәй йыйып еңеү яуланы. 22 мәрәй йыйған «Бөркөттәр» 2-се урын алһа, 3-сө урынды 16 мәрәй менән «Һалдаттар» командаһы биләне.
Артабан 30 йәштән 80 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар өҫтәл теннисы, шахмат, атыу буйынса ярышты.
Атыу буйынса: 1-се урын - Айнур Әбүбәкиров, 2-се урын – Әғзәм Зәкиров, 3-сө урын – Ғәли Торошев.
Шашка буйынса: 1-се урын –Тимур Байрамғолов, 2-се урын – Вадим Билалов, 3-сө урын – Ғәли Торошев.
Өҫтәл теннисы буйынса: 1-се урын – Рифат Назаров, 2-се урын – Венер Сынбулатов, 3-сө урын – Ғәли Торошев.