Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 16:29

Яңы Ергәндә шәп концерт

Әбеш ауыл Советы Еңеү штандартын Яңы Ергән ауыл биләмәһенә тапшырҙы

Бөгөн Әбеш ауыл Советының ижади коллективтары һәм үҙешмәкәр артистары Яңы Ергән ауылы халҡы өсөн театрлаштырылған концерт ҡуйҙы.
Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡалаҡсыларҙың сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Артистарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Артабан Әбеш ауыл Советы Еңеү штандартын Яңы Ергән ауыл биләмәһенә тапшырҙы. Һуңғылары иһә эстафетаны Маҡан ауыл Советына тапшырасаҡ.

Читайте нас