Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 16:55

Ағинәйҙәр осрашты

Подольск ауыл клубында китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Таналыҡ ауыл Советының ағинәйҙәр клубы өсөн “Аҡ тирмә” тип аталған сағыу сара үтте.

Подольск ауыл клубында китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Таналыҡ ауыл Советының ағинәйҙәр клубы өсөн “Аҡ тирмә” тип аталған сағыу сара үтте.
Ағинәйҙәр осрашыуы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Осрашыу башында “Ағинйҙәр” клубы командалары үҙ составы менән таныштырҙы. Һәр кем төрлө темаларға арналған викторинала ҡатнашты.
Ағинәйҙәр һәр яҡлап талантлы: моңло йырҙар һуҙҙылар, сәхнәне һелкетеп бейеп, тасуири шиғыр ҙа һөйләнеләр. Башҡорт халыҡ йырҙарынан торған “Көйҙө тап” бәйгеһе бик ҡыҙыҡлы булды.
Бәйгелә балдар һаны Таштуғай ауылы ағинәйҙәре еңеү яуланы. Икенсе урынды бер тигеҙ балл менән Баҡал, Подольск һәм Әҙел ағинәйҙәр клубтары бүлеште.
Таштуғай ауыл клубы төркөмөнән алынды
Читайте нас