"Айыҡ ауыл 2019" республика бәйгеһе сиктәрендә Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында эстәлекле сара уҙҙы. "Атанан күргән - уҡ юнған!" тип аталған был сарала ир-егеттәр ихлас ҡатнашты.
Район үҙәгенән килгән вәкилдәр иң элек ауылдың өлгөлөләр иҫәбендәге ихаталарҙы ҡарап сыҡты. Уңған, бөтмөр хужалар етеш тормошта көн итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырған.
Артабан ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты. Ир-егеттәрҙең оҫталығын, көнкүреш, эшҡыуарлыҡ кәсептәрен һынландырған был күргәҙмә барыһын да хайран итте.
Байрамдың иң сағыу өлөшө - район ҡоролтайы ағзаһы һәм Ағинәйҙәр клубы рәйесе М. И. Ишемғолова ойошторған "Алтын тирмә" уйыны. "Азаматтар" һәм "Уҙамандар" командалары үҙҙәренең халыҡ ижады, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү рәүеше, башҡорт әҙәбиәте өлкәһендәге белемдәрен күрһәтте. Байрам һуңында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.