Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 07:02

Ысын ир-егеттәр уйыны

Урал аръяғы турнирында хәйбуллалар өр-яңы формала сығыш яһаны һәм чемпион булды

Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең боҙ майҙансығында Урал аръяғы райондарының ветеран командалары араһында хоккей буйынса турнир үтте. Ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Бәйгелә Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр командалары ҡатнашты.
Турир алдынан Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тантаналы шарттарҙа район командаһына яңы хоккей формаһы комплекттарын тапшырҙы. Шулай уҡ районда хоккей үҫешенә ҙур өлөш индергән спорт ветерандарын почет грамоталары менән бүләкләне.
Читайте нас