Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 06:49

Аҡъярҙа мини-футбол буйынса турнир уҙҙы

Бында райондың йәш футболсылары үҙ-ара көс һынашты

Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мини-футбол буйынса район турниры уҙғарылды. Был йыл һайын үткәрелгән традицион спорт сараһы Афғанстандан Совет ғәскәрҙәренең сикле контингентын сығарыу көнөнә арнала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ҡатнашыусыларҙың һаны уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ булды. Быйыл 1-се һәм 2-се Аҡъяр, Мәмбәт һәм Өфө ауылдары мәктәптәренән башланғыс класс уҡыусылары үҙ-ара көс һынашты.
Сәмле ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды - 1-се Аҡъяр мәктәбе спортсылары яуланы. Әйткәндәй, былтыр ҙа улар ошо кубокка хужа булған. 2-се Аҡъяр мәктәбенең йәш футболсылары 2-се урын алһа, Мәмбәт уҡыусылары 3-сө урын биләне. Ҡотлайбыҙ!!!
Читайте нас