Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 12:35

"Ағинәйҙәр " клубтары осрашты

Быҙаулыҡ һәм Әбүбәкер ауылының йәмәғәт ойошмалары дуҫлыҡ ептәрен нығытты

Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубында Быҙаулыҡ һәм Әбүбәкер ауылдаының “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмалары осрашты.

Ике ауылды күршеләш тип әйтеп булмаһа ла, сараға йыйылыусылар алыҫ араларҙы яҡынайтып үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Осрашыу йәнле әңгәмәләшеү, халыҡ йырҙарын башҡарыу, йомаҡтар сисеү, ҡыҙыҡлы уйындар менән оҙатылды.
Ойошмаларҙың етәкселәре халыҡ менән эшләүҙең мөһим йүнәлештәрен билдәләп үтте. Улар араһында эскелек менән көрәш, мәктәптәр, ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнеште яйға һалыу, сәләм тормошто пропогандалау һәм башҡалар. “Беҙ үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы, туған башҡорт телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға тейешбеҙ, беҙҙең маҡсат – йәш быуынға үҙ тәжрибәбеҙҙе тапшырыу” – тине улар.
Әбүбәкер “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары ауылда уҙғарылған эштәр тураһында һөйләне, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы урындағы халыҡтың традициялары һәм йолалары менән, оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре һәм милли кейемдәр менән таныштырҙы.Башҡорт милли аш-һыуының төрлө ашамлыҡтары күрһәтелде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы: күлдәк, сигелгән алъяпҡыс, тәңкәләр менән биҙәлгән ҙур француз яулығы, бер быуат ярым элек көмөш тәңкәләрҙән яһалған селтәр һәм башҡалар.
Читайте нас