Район мәҙәниәт йортонда бейеү коллективтары һәм айырым башҡарыусылар араһында "Еҙ үксә" район бәйгеһе үтте. Сара Хәйбулла районының 90 йыллығына бағышланды.
Традицияға әүерелгән "Еҙ үксә" конкурсы йылдан-йыл бейеү коллективтары, ансамблдәрҙең һәм уларҙың хореографтарының потенциалын аса, яңы исемдәр билдәләй.
Был көндө бейеүҙәр барыһына ла: йәш бейеүселәргә лә, тамашасыларға ла, ата-әсәләргә лә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итте.
Бейеү коллективтары һәм ансамблдәр, шулай уҡ 5 йәштән 17 йәшкәсә айырым башҡарыусылар халыҡ, эстрада һәм сюжет-уйын бейеүҙәре йүнәлештәре буйынса үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте.
https://vk.com/haibulla_rdk