8 февралдә Һамар ауылында Һамар сельсоветы башлығы Р.Ф.Кәримов кубогына хоккей буйынса турнир уҙғарылды.
Ярыштар сәмле һәм көсөргәнешле барҙы, бер команда еңелергә теләмәне. Ауыл биләмәһе хакимиәте сәй эсеү ойошторҙо.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса Бүребай командаһы кубок яуланы. Һамарҙар 2-се урын яулаһа, 3-сө урынды Татыр-Үҙәк ауылы алды.