Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 05:49

Быҙаулыҡта аҡҡошто ҡотҡарғандар

*

Башҡорттарҙа изге ҡош тип иҫәпләнгән аҡҡоштар ‐ күсмә ҡоштар. Көҙгө һалҡындар төшә башлау менән улар туптарға тупланып, йылы яҡтарға оса.
Әммә уҙған йылдың ноябрь айында аҡҡоштарҙың берәүһе тубынан айырылып, Быҙаулыҡ ауылы янындағы һыуҙа боҙ ҡамауында ҡала.
Ҡыуанысҡа ҡаршы, уны мәрхәмәтле ауыл кешеһе Йәмил Иҫәнтаев табып алып, ҡышлатыуға алып ҡайта. Ауылда ваҡыты‐ваҡыты менән генә булғас, аҡҡошто уның ҡотҡарыусыһы күршеһе Зөбәйҙә Таулыҡаева тәрбиәһенә тапшыра.
Читайте нас