Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты ҡулы һәр бер ғаиләгә ҡағыла, барыһы ла Ватан һағына баҫа. Тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған, дары еҫен еҫкәп ҡараған ирҙәр ҙә, кисә генә һуғыш уйыны уйнаған малайҙар ҙа. Барыһын да дошманға ҡарата күрә алмаусанлыҡ берләштерә.
Меңдәрсә батырҙар араһында Йәнтеш ауылынан ябай, урта хәлле крәҫтиәндәр Хөснетдин һәм Нәфисә Моталовтар ғаиләһенән һуғышҡа дүрт ғәзиз ул: Ғәлимйән (1901 йылғы), Хәмит (1905), Мәхмүтйән (1912) һәм кинйә Мөхәмәтйән (1917) китә. Өсәүһе еңеү менән әйләнеп ҡайта. Тик кесе Мөхәмәтйән генә Германия ерендә батырҙарса һәләк була.
“Моталовтарҙың ғаиләһендә дүрт ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләнә. Иң өлкәндәре улдары Ғәлимйән, унан ҡала минең атайым Хәмитйән, Мәхмүтйән һәм Мөхәмәтйән, ҡыҙҙары Сәлимә, Сәбилә, Заһира тәрбиәләнә. Буй екергән егеттәр өйләнә, иң кесеһе Мөхәмәтйән генә өйләнмәй ҡала. Үкенескә күрә туғандарымдың. атайымдың һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, немецтарҙы тар-мар итеүҙәре тураһында белешмә бик әҙ.
Ғәлимйән олатай заманына күрә уҡымышы, белемле кеше була. Бүребай шахтаһында шахтерҙарҙың бригадиры булып эшләй. Шахта асылыуға ла күп көс һала. Музейында фотоһүрәте әле лә һаҡлана.
Сержант Ғәлимйән Моталов фронтҡа 1942 йылда китә. Ленинград, Беларус фронттарында ут эсендә йөрөй. Өс тапҡыр яралана. Ҡаһарманлыҡы өсөн 1944 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Ватан һуғышы” ордендары менән бүләкләнә. Шулай уҡ төрлө наградалары бихисап.
Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, төрлө урындарҙа эшләй. Шундай олпат кәүҙәле, аҡ һаҡаллы мулла була. Ҙур, татыу ғаилә ҡороп йәшәй.
Ғәлимйән олатайымдың ҡустыһы Хәмитйән минең атайым. Колхозда бригадир булып хеҙмәт итә. Спорт менән шөғөлләнгән, оҫта көрәшсе була. Фронттан ҡайтҡас, атайым һуғыш тураһында миңә бер нимә лә һөйләмәне. Шулай уҡ төрлө наградалары бар. “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозында ферма мөдире булып эшләне. Миңә фамилияны ла ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Моталов тип түгел, ә Хәмиҙуллин тип яҙҙыртҡан.
Мәхмүтйән ағай юридик институтты тамамлай. Юрист булып эшләп йөрөгән ваҡытында һуғышҡа алына. Атайым һөйләүе буйынса ул хәрби тәфтишсе булған. Офицер исеме алған. Ул фронттан ҡайтҡас, уҡыған һөнәренә тоғро ҡалып, прокурор, судья булып эшләй һәм хаҡлы ялға сыҡҡас та адвокат булып хеҙмәт итте. Ватан һуғышы награбалары бар.
Иң кеселәре Мөхәмәтйән һуғыштан алда өйләнеп өлгөрмәй. Уҡытыусы һөнәрен һайлай, урыҫ теленән районда, Йылайыр районында уҡыта. Белемле булғас, комиссар урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Бер ни тиклем эшләгәс: “Герман уты беҙҙең илгә һөжүм итә. Егет башым менән нишләп тылда йөрөйөм, ғаиләм юҡ, мине һуғышҡа ебәрегеҙ”, тип үҙ ирке менән фронтҡа китә. Һуғышта 286-сы уҡсылар полкының Выборский пулемет взводы командиры була. Берлинға тиклем барып етә. Ике тапҡыр – 1941, 1944 йылдарҙа ҡаты яралана, госпиталдә һауыҡҡас, тағы ла дошмандарға ҡаршы яуға сыға. 286-сы уҡсылар полкының пулемет взводының командиры була. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта йөрөй. Ҡаты һуғышта уларҙың взводына 1945 йылдың март айында немец ғәскәрҙәре ут аса. Уның пулеметсыһы һәләк була. Мәхмүтйән ағай пулеметҡа үҙе тотона һәм пехотаға тура юлға ҡамасаулаған ике немец пулемет нөктәһен юҡ итә һәм батырҙарса һәләк була. Германияның Нейцбург ҡалаһында Гроссе-Зейсу ҡалаһында ерләнгән. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе, икенсе дәрәжә ордендары бирелә. 1944 йылда “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына эйә була”, - тип таныштырҙы һуғышҡа бер ғаиләнән киткән Моталовтар хаҡында элекке подполковник десантсы һәм Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны Әхмәт Хәмиҙуллин. “Атай-олатайҙарым ауыр заманала бирешмәгәндәр, ҡасып-боҫоп эшһеҙ ятмағандар, эшсән, тырыш, көслө рухлы булғандар. Шуға ла туғандарымдың
Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҙур өлөштәрен индергән өсөн мәңгелек рәхмәтлебеҙ һәм ғорурланабыҙ”, - тип тамамланы Әхмәт Хәмитйән улы.
Ғәлимйән олатайҙың ҡыҙы Сәйҙә Хөсәйенова инәй, уның ҡыҙы Гүзәл Югова, ейәне Александр Югов, Бүребай ауылынан Айҙар Айҙашев яугир туғандар тураһында мәғлүмәт йыйыуҙа күп көс һалдылар. Һуғышта ҡалған Мөхәмәтйән ағайҙың Германияла ерләнгән урынынан тупраҡ алып ҡайтып, Йәнтеш ауылында уға арнап һәйкәл ҡуйҙыҡ. Уларҙың рухтарына ҡорбан салып, аяттар уҡытабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә бик күп йылдар үтһә лә, кешеләрҙең күңел яралары уңалмай әле. Һуғыш илебеҙҙәге бер генә ғаиләне лә ситләтеп үтмәгән. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы матур тормош ҡороп йәшәрҙәй күп кешенең ғүмерен өҙә. Илебеҙҙең тарихын, ата-бабаларыбыҙҙың ауыр тормошон белә тороп, беҙ, хәҙерге заман балалары, тыныс күк аҫтында йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Моталовтарҙың тыуҫан-тыумасалары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бөгөнгө тормошта еңеү китергән ата-бабаларына рәхмәт уҡып, һәр береһе лайыҡлы тормош көтәләр.