Подольск ауылында йәшәүселәрҙең төп темаһы – яңы микрорайонға күсенеү. Сөнки был үҙ сиратында башҡа һорауҙарҙы ла ҡуҙғата: күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт яһау, мәктәпте һәм мәҙәниәт йортон ремонтлау. Бында шулай уҡ янғын һүндереү машинаһы һәм юл күрһәткестәре кәрәклеге, сүп-сар сығарыу проблемалары телгә алынды.
Таштуғай халҡын мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, ауылды төҙөкләндереү, район дауаханаһы эшмәкәрлеге (табиптарҙың етешмәүе, электрон яҙылыу, стационарҙа урын етмәүе), Ырымбур өлкәһенә йүнәлгән юлды таҙартмау, йылғаны таҙартыу, кәрәҙле элемтә юҡлығы һәм башҡа мәсьәләләр буйынса сығыш яһаны.
Баҡал ауылында клубты һәм ФАП-ты ремонтлау, юлды төҙөкләндереү, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса төҙөлгән быуаны тергеҙеү, эскелек менән көрәш һымаҡ проблемалар буйынса һңҙ ҡуҙғатылды. Шулай уҡ мәктәп автобусын көткәндә уҡыусыларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, нимә менәндер мәшғүлләү һорауы менән мөрәжәғәт итте.
Әҙелдәрҙе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса төҙөлгән парктың насар эшләнеүе, йәшелләндереү, депутаттарҙың үҙ йөкләмәләрен үтәмәүенә, клубтың булмауына, дауаханаға яҙылыу проблемалары борсоно. Улар шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн туҡталта төҙөү, табиптарҙың ауылдар буйлап пациенттарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу кәрәклеген белдерҙе.
Савельевкала мәктәп тәҙрәләрен һәм фасадын ремонтлау, клубта тәҙрәләрҙе алыштырыу, юлға асфальт түшәү, пай ерҙәре, сүп-сар сығарыу графигы, быуаны тергеҙеү, көмөшкә һатыу, кәрәҙле элемтә юҡлығы, автобус бәйләнеше булдырыу буйынса һорауҙар яңғыраны.
Яңы Украинка ауылында һыу өсөн түләүҙе кәметеү, һыу үткәргес төҙөлөшөн тамамлау, юлдарға ҡырсынташ түшәү, быуаны һәм күперҙәрҙе ремонтлау, газ үткәргестәрҙең таяуҙарын алыштырыу һәм буяу, кәрәҙле элемтә юҡлығы, “сүп-сар реформаһы” мәсьәләләрен күтәрҙе.
Воздвиженкаларҙы мәктәп һәм клуб ҡыйыҡтарын ремонтлау, зыяратты кәртәләү, тораҡ пунктта фельдшерҙың булмауы юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре борсоно.