Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 06:19

Фәһемле осрашыу

..

4 февраль көнө Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә студенттар менән осрашыу кисәһе үткәрелде. Кисәне интернат тәрбиәсеһе Акилова Гөлнур Ғәле ҡыҙы алып барҙы. Осрашыуға Ғәлиәхмәт ауылынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән 3 студент саҡырылды. Буранбаева Азалия Санкт-Петербург педиатрия университетында 5-се курста, Байғусҡарова Нүрзилә Ҡазан дәүләт энергетика университетында 2-се курста, ә Юламанов Айтуған Өфө дәүләт медицина университетының 1-се курсында белем ала.
Осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Студенттар үҙҙәренең уҡыу йорттары, ундағы уҡыу, ятаҡта йәшәү шарттары, ниндәй түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙәре, студент тормошо хаҡында матур итеп һөйләнеләр. Кисәнең аҙағында мәктәп директоры Ҡаҙаҡбаев Илһам Рафаил улы студенттарға осрашыуға килгәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, уларға уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләне.
Ғәлиәхмәт урта мәктәбе.
Читайте нас