Район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма, учреждение етәкселәре ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә сираттағы отчёт йыйылыштары булды, был юлы улар Өфө сельсоветы ауылдарында уҙғарылды. Башта биләмә башлығы Марат Насиров сығыш яһаны, ул Өфө ауыл хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа бирелде. Ул 2019 йылда башҡарылған эштәр, райондың хәҙерге социаль-иҡтисади торошо һәм киләсәккә маҡсаттар, 2020 йылдағы мөһим ваҡиғалар менән таныштырҙы. Йыйылыштың икенсе өлөшө диалог формаһында үтте.
Әлибайҙар юлдарҙы ремонтлау, сүплекте бөтөрөү, янғын һүндереү гидранттарын һәм юл билдәләрен (күрһәткестәрен) урынлаштырыу, ауыл хужалығы өсөн быуа һәм күпер төҙөү, мал ҡәберлеге булдырыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Шулай уҡ фельдшерҙың булмауы, иҫкергән ФАП-тың торошо, Өфө ауылы табип амбулаторияһында тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар һәм лаборанттың юҡлығы проблемалары буйынса фекер алышыуҙар булды.
Рафиҡта юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ҡарҙан таҙартыу, юл күрһәткестәрен ҡуйыу, быуаны таҙалау, урамдарҙы яҡтыртыу, күпер төҙөү буйынса һүҙ ҡуҙғатылды. Шулай уҡ халыҡты һаулыҡ һаҡлау һәм мәшғүллек өлкәһендә, “сүп-сар реформаһы”н торошҡа ашырыу, янғын хәүефһеҙлеге, урман һыҙаттарын ултыртыу, район үҙәгендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу мәсьәләләре күтәрелде.
1-се Мырҙа ауылында йәшәүселәрҙе ауылды төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, быуаны таҙлау, клубты ремонтлау, юлдарҙы тәртипкә килтереү һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемалары борсоно. Халыҡ фельдшерҙың булмауына, кәрәҙле элемтә һәм сүп-сар контейнерҙары юҡлығына, хакимиәт органдарында тупаҫ мөнәсәбәткә, рейс автобустары хәрәкәтенә зарланды.
Первомайкалар ауылды төҙөкләндереү, йорт төҙөү өсөн йәш ғаиләләргә субсидия, “Туған урам” программаһын тормошҡа ашырыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү, мәсет төҙөү, берәҙәк эттәрҙе тотоу, һыу башняһын һәм клубты ремонтлау һорауҙары менән сығыш яһаны. Урындағы халыҡты шулай уҡ кәрәҙле элемтәнең юҡлығы, йәштәрҙең мәшғүллеге һәм башҡалар борсоно.
Новопетровкала балалар уйын майҙансығын һәм хужаһыҙ буш өйҙәрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, клубты йыһазландырыу, пай ерҙәре тураһында мәсьәләләр телгә алынды.
Петропавловка халҡы мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, мәсет төҙөү, һыуҙың сифаты, ауылды йәшелләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу, автозаправка булдырыу, юлдарға асфальт түшәү, автобус туҡталтаһын ҡороу проблемаларын күтәрҙе.
Өфө һәм Түбәнге Смаҡ ауылдары халҡы күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау, сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү, балалар баҡсаһын төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны. Шулай уҡ хоккей майҙансығын ҡороу, Өфө – Түбәнге Смаҡ һәм Әлибай – Рафиҡ ауылдары араһында күпер төҙөү, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыуҙа ярҙам һораны.
Мөрәжәғәттәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, улар буйынса район башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма етәкселәре тарафынан ентекле аңлатма бирелде. Барлыҡ һорауҙар яҙып барылды һәм контролгә алынды.