Яңылыҡтар
2 Февраль 2020, 18:40

Подольскиҙа ағинәйҙәр йыйылды

.

Подольск ауылы мәҙәниәт йортонда Таналыҡ сельсоветы ағинәйҙәр клубтары өсөн «Аҡ тирмә» тип аталған матур сара уҙҙы. Ағинәй клубтарының осрашыуы башҡорт халҡының традицияларын, йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫешенә йүнәлтелгән.
Сара сәләмләү конкурсынан башланды, бында һәр бер команда үҙҙәренең ағинәйҙәр клубы составы менән таныштырҙы. Барыһына ла төрлө темаларға арналған викторинала ҡатнаша алды.
Артабан ҡатнашыусылар үҙҙәренең художестволы номерҙары менән сығыш яһаны: йырҙар йырланы, бейене, шиғыр һөйләне.
«Көйҙө от» уйыны иң ҡыҙыҡлы конкурстарының береһе булды, бында бәйгеселәр башҡорт йырҙарын белеүгә ярышты.
Был конкурстарҙа мәрәйҙәр буйынса Таштуғай ағинәйҙәре еңеүсе тип табылды. 2-се урынға Баҡал, Подольск һәм Әҙелдәр күтәрелде.
Сара һуңғында ағинәйҙәр клубының дөйөм планы төҙөлдө. Бындай осрашыуҙар февралдә Таштуғайҙа, мартта Әҙелдә һәм апрелдә Баҡал ауылында үтәсәк.
Читайте нас