Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның урынбаҫарҙары, ойошма етәкселәре халыҡ менән сираттағы осрашыуҙар уҙғарҙы. Бүребайҙа уҙған отчет йыйылышта мөһим һорауҙар күтәрелде.
Уларҙың барышында биләмә башлыҡтары уҙған йылға йомғаҡ яһап һәм алда башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырҙы. Район хакимиәте етәксеһе Рөстәм Динислам улы райондың социаль-иҡтисади үҫешенә күҙәтеү яһап, 2020 йылға маҡсаттар билдәләне. Йыйылыштарҙың икенсе өлөшө граждандарҙың һорауҙарына һәм мөрәжәғәттәренә яуап биреү формаһында үтте. Йәнле аралашыу барышында төрлө өлкәгә ҡағылған мәсьәләләр күтәрелде.
Бүребайҙағы отчет йыйылыш йәнле үтте. Урындағы халыҡты табип амбулаторияһының ҡыйығын һәм тәҙрәләрен ремонтлау, шулай уҡ бында яра бәйләү бүлмәһен асыу, урамдарҙы газификациялау һәм яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, берәҙәк эттәрҙе тотоу, “Башҡортостан ихаталары” программаһында ҡатнашыу, балалар уйын майҙансығын төҙөү һәм башҡа мәсьәләләр борсоно. Кешеләр янғын һүндереү бүлегенең, кафе, йәмәғәт мунсаһы һәм автостанцияның булмауына, урамдарҙы ҡарҙан таҙартмауҙарына, ветеринарҙың эшмәкәрлегенә, йәйге осорҙа һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға, таҙартҡыс ҡоролмаларының эшләмәүенә зарланды. Йыйылышта шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыуҙы яйға һалыу, баҙарҙы икенсе урынға күсереү, ауылды йәшелләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу, малды көтөүҙе ойоштороу һымаҡ һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар булды.
Барлыҡ һорауҙар буйынса район башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма етәкселәре тарафынан ентекле аңлатма бирелде. Бөтә мәрәжәғәттәр теркәлде һәм контролгә алынды.