Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 13:43

Таусылар кадрҙары әҙерләнә.

Аҡъяр тау колледжы перспективалы уҡыу йорттары исемлегендә

Аҡъяр тау колледжы перспективалы уҡыу йорттары исемлегендә
Беҙҙең район тау сәнәғәте әүҙем үҫеш алған төбәктәрҙең береһе. Бында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”, “Башҡорт баҡыры”, “Башҡортостан шахта проходкалау идаралығы” тау предприятиелары уырнлашҡан. Тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләгән Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы бөгөн үҙ бурысын тулыһынса үтәй.
Был уҡыу йортоноң иң-иңдәр араһында булыуы уҡытыусылар коллективына, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә лә бәйле. Заман талаптарына яуап биргән колледж бөгөн перспективалы уҡыу йорттары исемлегендә. Әлбиттә, уҡыу мөмкинлектәре, уңыштар, һөнәр эйәләрен әҙерләү буйынса эш һөҙөмтә­ләре бында булдырылған шарттарға бәйле.
Уҡыу йортонда яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Колледж директоры Рөстәм Аҡбалин белдереүенсә, уҡытыу процесы менән тәрбиә эше тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Уҡыу аудиториялары һәм лабораториялар, оҫтахана, китапхана, заманса компьютер кластары, яҡты, иркен, китапхана, ике спорт һәм тренажер залдары, ике ашхана, медиа үҙәк – бөтәһе лә ошо уҡыу йортонда белем алыу­сылар мәнфәғәте файҙаһына заманса йыһазлан­дырылған.
“Беҙҙә төрлө секциялар эшләй, спорт залының бер ваҡытта ла буш торғанын күрмәҫһең. Футбол, волейбол, хоккей, милли көрәш, шахмат, еңел атлетика, пневматик мылтыҡтан атыу буйынса студенттарыбыҙ беренселекте бирмәй, - ти колледж педагогтары. 2014 йылда спорт һөйөүселәр өсөн колледж янында хоккей майҙансығы ла төҙөлдө. Ҡыш рәхәтләнеп конькиҙа шыуалар.
Уҡыу йортона ситтән килеп уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡ бар. Бөтәһе 310 урынға иҫәпләнгән ятаҡта 180 студент йәшәй. Унда йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тәртип яғы ҡаты.
Бөгөн белем усағында көндөҙгө бүлектә 609, ситтән тороп 217 егет һәм ҡыҙ белем ала. Шулай уҡ һөнәрҙәрен камиллаштырыу маҡсатында өс айлыҡ түләүле курстар ҙа ҡаралған. Белем алыусы егет-ҡыҙҙарҙың 451-е стипендия ала, уҫндҫҙгҫ бүлектә - 99, ситтән тороп уҡыусылар араһында 86 отличник иҫәпләнә, - тип мәғлүмәт бирҙе Рөстәм Салауат улы.
2006 йылда уҡыу йортона билдәле башҡорт сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙә тау эшенә нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов исеме бирелә. 2014 йылдан иһә ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы бергә ҡушыла. Һөнәрселек училищеһы белем биреүҙе үҙ бинаһында алып бара, әммә барлыҡ уҡытыу, тәрбиә эшенә тулыһынса Аҡъяр тау колледжы яуаплы.
Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, буласаҡ белгестәр араһынан иң һәләтле уҡыусыларҙы артабан юғары уҡыу йорттарына индереү, уларҙы тулыһынса эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы рәүештә эш алып барыла. Шулай уҡ Мәскәү, Магнитогорск һәм Норильск ҡалаларындағы тау университеттары менән килешеү бар, шуның нигеҙендә беҙҙең уҡыусылар артабан юғары уҡыу йортонда белемдәрен дауам итә ала. Теләгәндәр “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында”, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә, “Юбилей” ятҡылығында, Ырымбур өлкәһенең “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты”нда эшләй.
Әйткәндәй, Аҡъяр тау колледжында Хәйбулла районы йәштәре генә уҡымай, Урал аръяғы райондарынан килеүселәр байтаҡ. Шулай уҡ Өфө, Баймаҡ, Гай, Ҡыуандыҡ ҡалаларынан да студенттар белем ала.
Студенттар араһында бигерәк тә “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу”, “Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү” бүлектәренә уҡырға инергә теләүселәр күп. Һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар “Тәбиғи таштарҙы художестволы эшкәртеү йәки ҡул эштәре сәнғәте” (биҙәү-ғәмәли сәнғәт) бүлеген һайлай. Шулай уҡ ашнаҡсы, тау эше һөнәрҙәрен һайлаусылар юҡ түгел.
Уҡыу йортоноң таш эшкәртеү цехы – үҙе бер кәсепселек үҙәге. Студенттарҙың тәбиғи таштарҙан эшләнгән ҡул эштәре район, төбәк, республика кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләргә ҡуйыла. Аҡъяр тау колледжын тамамлаусылар араһында “Ҡайҙа эшкә барырға?” тигән һорау тормай тигәйнек, сөнки таусы һөнәре бер ҡасан да бәҫен юғалтҡаны юҡ, был юҫыҡта уҡыу йорто етәкселегенең уҡыусыларының киләсәген алдан хәстәрләп, төрлө эре сәнәғәт предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөүе лә маҡтауға лайыҡ. Студенттар башлыса Хәйбулла районында һәм Гай тау компанияларында һөнәри практика үтә. Бынан тыш, колледждың үҙендә булдырылған төрлө ҡорамалдар, техника менән йыһазландырылған махсус кабинеттарҙа теләп шөғөлләнә.
2013 йылда колледждың үҙ музейы булдырыла. Экспонаттар араһында райондағы тау сәнәғәте предприятиеларында табылған файҙалы ҡаҙылма төрҙәре бар. Уларҙы туплау менән уҡыу йортоноң студенттары һәм уҡытыусылар шөғөлләнгән. Музейға Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән тау фәндәре академияһы ағзаһы, профессор Миңләхмәт Моталовтың исеме бирелә.
Шулай уҡ тау инженеры, академик, техник фәндәр докторы Илшат Әбделмәновҡа арналған музей экспонаттары бар.
Йәштәр белемгә ынтыла, уларҙың һөнәри оҫталығын һәм белем биреү кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Шулай уҡ уҡыу йортонда спортҡа ылыҡҡан йәштәрҙең күп булыуы менән ғорурланабыҙ,
Бында ҡыҙҙар-егеттәр йыр-бейеүгә лә әүәҫ. Юлдаш Мортазин етәкселегендә “Тау гәлсәрҙәре” халыҡ бейеү ансамбле быға асыҡ миҫал. Бейеү түңәрәгенә улар ихлас, ҙур теләк менән йөрөйҙәр һәм район, республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә йыл һайын тиерлек призлы урындар яулайҙар. Районда үткәрелгән концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа йәштәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә.
Киләсәктә иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәсәк тау белгестәре ҙур тормоштоң бөйөк эштәренә әҙер, сөнки баҫҡан урындарында ут сәсеп торған йәштәр бөгөндән үк оло юлға ныҡлы аҙымдар менән һуҡмаҡ һала.
“Студенттар үткән йыл яңы стандарт буйынса онлайн режимда имтихан бирә башланы. Мәҫәлән, ашнаҡсы һөнәренә өйрәнеүселәр Һамар ҡалаһынан, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән экспорттар алдында Учалы ҡалаһында 4,5 сәғәт эсендә дүрт аҙыҡ әҙерләп, ыңғай баһа алды. Шулай уҡ Сибайҙа ташсылар туғыҙ сәғәт эсендә билдәле бер эш башҡарҙы. Уларҙы иһә С. Петербург ҡалаһынан экспорт баһаланы. Демонстрацион имтиханды ҡыҙҙар-егеттәр бөтәһе лә уңышлы тапшырҙы. Киләсәктә лә бөтә һөнәр һәм бүлектәр ошо рәүештә имтихан тапшырыуға күсәсәктәр. Тырышлыҡтары өсөн студенттарыбыҙ төрлө кимәлдәге исемле стипендияларға лайыҡ була. Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиада ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Мәҫәлән, WorldSkills Russia чемпионатында төрлө төбәктән 1185 студент араһынан Аҡъяр тау колледжы студенты Винер Ғибәҙуллин ҡатнаша һәм “Профессиональ оҫталыҡ өсөн” медальонына эйә була. Бынан тыш та Шуға ла колледждың йөҙө – ул беҙҙең уңыштарыбыҙ һәм һөнәри йүнәлештә еңеүҙәр яулаған тырыш студенттарыбыҙ, тип ысын күңелдән ғорурланып әйтә алабыҙ”, - тине директорҙың урынбаҫары Юлиә Зброя.
Ысынлап та, уңыш һәм еңеүҙәрҙең нигеҙе – уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың берҙәм тырышлығы, ә уңыштар – уҡыу йортоноң төп йөҙө.
Тыуған яҡтарынан, әсәй ҡанаты аҫтынан айырылып сығып, белем алырға килгән балаларға иғтибар ҙур, һәр ҡайһыһына уңайлы шарттар тыуҙырылғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп йөрөйбеҙ.
И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы, заман һулышын тойоп, бөгөнгө көн менән бергә атлай. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡорған уҡыу йорто артабан тағы ла бейегерәк үрҙәр яулар, тип ышанабыҙ. Уҡыу-уҡытыу эштәрендә инновациялы алымдар ҡулланыу, актуаль булмаған алымдарҙан тулыһынса баш тартыу –төп маҡсат. Ә мәктәпте тамамлаған уҡыусылар, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау алдында тора икән, Аҡъяр тау колледжы ишектәре улар өсөн һәр саҡ асыҡ.
Читайте нас