Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 13:30

Ауылыбыҙ ғорурлығы Иҙрисовтар

..

Оло тормош юлының башланғыс һуҡмағында, балаларҙа тик яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләп, үҙенең ғүмер юлын балаларға белем биреүгә бағышлаған, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған Маҡан ауылында йәшәңсе Шәүрә Нурғәле ҡыҙы Иҙрисова үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.
Шәүрә Иҙрисова Быҙаулыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Сибай педагогия училищеһында белем ала һәм тыуған ауылына эшкә ҡайта. Унда Айҙар Иҙрисов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Алты балаға ғүмер бүләк итәләлр. Айҙар Сәлихйән улы Һамар мәктәбен тамамлап, ике йыл тракторсы булып эшләй. тырышлығы өсөн 1970 йылда Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал менән бүләкләнә.
Артабан ул Өфө ауыл хужалығы институтының механика һәм электрофикация бүлеген тамамлай. 2003-2012 йылдарҙа Аҡъяр тау колледжында эшләй. Бөгөнгө көндә икеһе лә хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветерандары ике ҡыҙына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк булып, ғорурланып, гөрләтеп донъя көтәләр.
Тик донъя һин уйлағанса ғына бармай. Ҡыҙҙары юл фажиғәһендә, улдары ауырып вафат була. Тормоштоң әсе еленә бирешмәйҙәр Иҙрисовтар.
Бөхтә итеп йыйыштырылған йортта күп һанлы сигеүҙәргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Был Шәүрә Нурғәле ҡыҙының эше. “Сигеү эшен бигерәк тә яратам. Тик ултырыуҙы хуп күрмәйем”, - ти ул йылмайып. Уға ҡарап, Шулай оло йәштә лә шундай ваҡ, мәшәҡәт эште башҡарып була икән, тип һоҡландым.
Иҙрисовтарҙың һәр саҡ ихлас, алсаҡ йөҙөнә ҡарап, ошондай өлгөлө ғаиләләрҙең күберәк булыуын теләр инем.
Ринат Мәмбәтов, Маҡан ауылы биләмәһе башлығы:
- Миңә лә ҡасандыр педагог булараҡ, тәжрибәле башланғыс кластар уҡытыусыһы Шәүрә Нурғәле ҡыҙы менән бергә эшләргә тура килде. Үҙ ваҡытында ошондай талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған патриот педагог менән эшләүемә бик шатмын.
Зәкиә Ҡадаева.
Маҡан ауылы.
Читайте нас