Район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма, учреждение етәкселәре ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштары дауам итә, был юлы улар Сиҙәм сельсоветы ауылдарында уҙғарылды.
Башта биләмә башлығы Ольга Попова сығыш яһаны, ул Сиҙәм ауыл хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа бирелде. Ул 2019 йылда башҡарылған эштәр, райондың хәҙерге социаль-иҡтисади тормошо һәм киләсәккә маҡсаттар, 2020 йылдағы мөһим ваҡиғалар менән таныштырҙы. Шулай уҡ район башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарын да халыҡҡа еткерҙе. Артабан йыйылыштар йәнле фекер алышыуҙар, “һорау-яуап” форматында дауам итте.
Сельсоветтың барлыҡ тораҡ пунктарында Сиҙәм ауылында ябылған профилакторийҙы киренән асыу, һыу менән тәьмин итеү, яңы асылған сәнәғәт объекты – Подольск ятҡылығы руднигына эшкә урынлашыу, быуалар төҙөү мәсьәләләре күтәрелде.
Вәлит һәм Комсомол ауылдарының халҡы күперҙе төҙөкләндереү, бесән сабынлыҡтары межалау, клуб ишектәрен һәм тәҙрәләрен алыштырыу, мәсеткә йылылыҡ системаһын үткәреү, кәрәҙле бәйләнеш булдырыу, ит продукцияларын һатыуҙы ойоштороу, мәғариф проблемалары менән сығыш яһаны. Бынан тыш йәштәр алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу, фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау, спорт майҙансығы төҙөү буйынса һорауҙар күтәрҙе.
Иҫәнгилделәрҙе мәктәпте ремонтлау, юлды төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлде яңыртыу, хужаһыҙ объекттарҙы хосусилаштырыу мәсьәләләре борсоно.
Әбделнасир халҡын урамдарҙы яҡтыртыу, иҫке клубты тергеҙеү, “сүп-сар реформаһы”, берәҙәк эттәрҙе тотоу, дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса һүҙ ҡуҙғатты.
Сиҙәм ауылы кешеләрен мәктәпкә комплекслы капиталь ремонт яһау, автобус бәйләнешен булдырыу, пай һәм сабынлыҡ ерҙәре, банкомат асыу, балалар баҡсаһын ремонтлау, табиптарҙың етешмәүе, малсылыҡ продукцияһын һатыуҙы ойоштороу, күп фатирлы йорттарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Айырыуса халыҡты һыу менән тәьмин итеү, уның сифаты, колонкалар булдырыу проблемалары борсоно.
Мөрәжәғәттәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, улар буйынса район башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма етәкселәре тарафынан ентекле аңлатма бирелде. Барлыҡ һорауҙар яҙып барылды һәм контролгә алынды.