Уҡыу йылы тамамланыуға күп ҡалманы, тиҙҙән бөгөнгө өлкән курс студенттары диплом алып, тау сәнәғәте предприятиелары хеҙмәткәрҙәре сафынан тулыландырасаҡ. Уларҙың араһынан кемдәрҙер мотлаҡ рәүештә “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенә эшкә киләсәк. Был ғәжәп түгел, сөнки И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары бында практика үтә, артабан мотлаҡ рәүештә йәш белгес булараҡ предприятие коллективын тулыландыра. Мәҫәлән, былтыр байыҡтырыу продукцияһы буйынса дүрт контролер, дәүләт имтихандарын тапшырыу менән, техник контроль хеҙмәтенә эшкә алынды. Быйыл да вакансиялар бар, предприятиеғап тәү сиратта флотаторҙар талап ителә.
Геология, маркшейдер, кадрҙар хеҙмәте, байыҡтырыу фабрикаһы, электротехник лаборатория, баш механика бүлеге вәкилдәре студенттарға “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында ошо подразделениеларҙа эш процесы нисек ойошторолоуы, производство эшмәкәрлеге тураһында аныҡ мәғлүмәт бирҙе.
Буласаҡ таусылар һәр сығыш яһаусыны иғтибар менән тыңлап, үҙ һорауҙарын бирҙе. Аудитория инженер-байыҡтырыусы Тимур Күлбаев һәм участка геологы Айбулат Кәиповтарҙың сығышын бик ихлас тыңланы. Был аңлашыла, сөнки был егеттәр үҙҙәре күптән түгел Аҡъяр тау колледжын тамамлап, бөгөнгө көндә төбәктең иң ҡеүәтле предприятиеларының береһе булған “Башҡорт баҡыры”нда уңышлы эшләйҙәр.
Бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтияж ҙур. Шуға күрә тау сәнәғәте вәкилдәре студенттарға эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә, хеҙмәт юлын ошонан башларға ла кәңәш бирҙе. “Яҡшы механик булыу өсөн тәүҙә слесарь булып эшләргә кәрәк”, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит.
Студенттар Подольск ятҡылығының ер аҫты руднигы төҙөлөшө менән бәйле һорауҙар ҙа бирҙе. Әлбиттә, буласаҡ йәш белгестәр унда эшләргә теләй, әммә уларҙың күптәре “Асыҡ тау эштәре” һөнәре буйынса белем ала, ә Подольскиҙа ер аҫты руднигы төҙөлә. Шулай ҙа егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың күңеле төшмәне. Сөнки “Башҡорт баҡыры” белгестәре әйтеүенсә, рудниктың үҫешенә ҡарап, киләсәктә унда тау һөнәрен алған күптәр өсөн эш буласаҡ.
Бынан тыш, Аҡъяр тау колледжын тамамлаусылар техник университеттарҙа белемдәрен камиллаштыра ала. Ситтән тороп уҡырға ла мөмкинлектәр етерлек. Күптәр, ысынлап та, ошо юлды һайлай: урта махсус һөнәр алғандан һуң, “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында эшсе булып хеҙмәт юлын башлайҙар,шул уҡ ваҡытта уҡыйҙар ҙа. Ваҡыт үтеү менән мастер, механик, подразделение белгестәре вазифаһына күтәреләләр.
Студенттар белдереүенсә, сәнәғәт предприятиеһы вәкилдәре менән осрашыу бик һөҙөмтәле һәм ваҡытлы. “Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү кәрәк”,--тигән бик шәп мәҡәл бар. Маҡсатлы программа буйынса студенттар “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығында булып, бөтә эш процесын үҙ күҙҙәре менән күрә ала. Быйыл февраль айында нәҡ ошондай эшлекле һәм файҙалы сәфәр көтә сығарылыш курстары студенттарын.
Тимур Күлбаев, “Башҡортостан баҡыры” предприятиеһында инженер-байыҡтырыусы:
--Үҙем белем алған Аҡъяр тау колледжының сығарылыш студенттары менән осрашыу минең өсөн бик әһәмиәтле булды. Бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашып, үҙ сығышымда буласаҡ белгестәрҙең һөнәр һайлауҙа яңылышмауҙарын аңлатырға тырыштым. Сөнки файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу тар йүнәлешле һөнәр һәм һәр белемле белгес алтынға бәрәбәр.
Сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренең Аҡъяр тау колледжы студенттары менән осрашыуы бик һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар буласаҡ һөнәрҙәренә ҡағылышлы һорауҙар биреп, тәжрибәле белгестәрҙән яуаптар ала ала. Был осрашыуҙа студенттар предприятиела практика үтеү, вакансиялар, киләсәктә эшкә урынлашыу буйынса һорауҙар бирҙе. Улар менән аралашыу үҙемә лә бик оҡшаны һәм артабан да бындай сарала ҡатнашырға уйлайым.
Үҙемә килгәндә, мин Аҡъярҙа йәшәйем, “Башҡорт баҡыры” предприятиеһының байыҡтырыу бүлегендә эшләйем. Эшем бик оҡшай.
Юлия Зброя, Аҡъяр тау колледжы директоры урынбаҫары:
Заманса һөнәри белем биреү системаһының талабы шундай, илгә үҙ эшен яҡшы белгән, яңынан уҡытыу талап ителмәгән белгес-практиктар кәрәк. Шуға күрә беҙҙең колледж буласаҡ буласаҡ эш биреүселәр менән үәҙем эш алып бара. “Башҡортостан баҡыры” йәмғиәте беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүгә ыңғай ҡарап, төрлө эшлекле осрашыуҙар ойошторҙо. Ошондай саралар традицияға әүерелер һәм ике яҡҡа ла отошло булыр, тип ышанам.