Район хакимиәте башлығы, ведомстволары һәм төрлө структуралар вәкилдәре ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштары дауам итә. Был юлы улар Маҡан сельсоветы ауылдарында һәм Садовыйҙа уҙғарылды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов 2019 йылда башҡарылған эштәр, райондың социаль-иҡтисади тормошо һәм 2020 йылға пландар менән таныштырҙы. Артабан йыйылыштар “һорау-яуап” форматында дауам итте.
Мәмбәт халҡын алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу, сүплекте бөтөрөү, юлдарҙы ремонтлау һәм ҡарҙан таҙартыу, автобус бәйләнеше булдырыу, мал ҡәберлеген кәртәләү, һыуҙы тотороҡло тәьмин итеү, мәктәпте һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау мәсьәләләре борсоно.
Маҡандар автобус маршрутын ойоштороу, балалар уйын майҙансығын төҙөү, фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһын ремонтлау һорауҙарын күтәрҙе. Шулай уҡ “Ауыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ихаталары” программаларын тормошҡа ашырыу,күп функциялы үҙәктәрҙеү эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Сәғит ауылы халҡы һыу үткәргестәрен алыштырыу, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлде ремонтлау, тораҡ пунктта фельшерҙың булмауы, балалар уйын майҙансығын төҙөү, буш йорттарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Шулай уҡ “сүп-сар реформаһы”, берәҙәк эттәрҙе тотоу, интернет селтәре тиҙлеген арттырыу темаларын телгә алды.
Садовыйҙа уҙған йыйылышта мәғариф, ауылды төҙөкләндереү, субботниктарҙы ойоштороу, клуб хеҙмәткәре һәм китапханасы булмауы, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлау, сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу һәм урындағы үҙидара органдарында кадр мәсьәләләре буйынса һүҙ ҡуҙғатылды.