Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2020, 17:48

Район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштар дауам итә

Барлыҡ күтәрелгән проблемалар теркәлеп, артабан ҡарау өсөн контролгә алынды.

Район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштар дауам итә
Был юлы Рөстәм Шәрипов район ведомстволары һәм төрлө структуралар вәкилдәре менән берлектә Һамар ауыл биләмәһендә булды. Ауыл Советы халҡы менән аралашыу барышында һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юлдарҙы ремонтлау, территорияларҙы төҙөкләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса һорауҙар бирелде. Ошо йүнәлештәге мәсьәләләр башҡа ауылдар граждандары өсөн дә актуаль.
Юлбарыҫ ауылында йәшәүселәр халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу, алкоголле эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуҙы контролгә алыу, эсәр һыуҙың сифатын тикшереүҙе ойоштороуҙа булышлыҡ итеүҙе һораны.
Быҙаулыҡтар кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итеү, мәшғүллек, балалар уйын майҙансығын ремонтлау, фельдшер-акушерлыҡ пунктында канализацияны рәткә килтереү, күп функциялы ауыл клубына ҡоролмалар алыу буйынса мәсьәләләр күтәрҙе.
Хворостянка ауылында юл күрһәткестәрен ҡуйыу, иҫкергән балалар уйын майҙансығын рәткә килтереү, йәйге сәхнәне ремонтлау тураһында һүҙ ҡуҙғатты.
Һамар халҡын экология, һыу үткәргесте төҙөү, Һамар АТП-һын йөк техникалары менән тәьмин итеү, ауыл юбилейына әҙерлек, мәктәпте ремонтлау, храм төҙөү проблемалары борсой.
Барлыҡ күтәрелгән проблемалар теркәлеп, артабан ҡарау өсөн контролгә алынды.
Читайте нас