Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 09:47

Һамар ауылы биләмәһе халҡы менән осрашыу

Рөстәм Шәрипов райондың төрлө структуралары һәм ведомстволары вәкилдәре менән бергә.отчет йыйылыштарын уҙғарҙы.

Муниципаль район хакимиәте башлығының отчет йыйылыштары дауам итә. 23 ғинуарҙа Рөстәм Шәрипов райондың төрлө структуралары һәм ведомстволары вәкилдәре менән бергә Һамар ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Йәнле һөйләшеү барышында төрлө мәсьәләләр күтәрелде: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юлдарҙы ремонтлау, территорияларҙы төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу. Был һорауҙар башҡа ауылдарҙағы кеүек актуаль булып ҡала.
Юлбарыҫ ауылы халҡы һөт йыйыуҙы ойошторорға булышлыҡ итеүҙе, алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуҙы контролгә алырға, һыу сифатын тикшереү мәсьәләләрен күтәрҙе.
Быҙаулыҡ халҡы кәрәҙле элемтәне тәьмин итеү, эшкә урынлашыу, балалар уйын майҙансығын ремонтлау, фельдшер-акушерлыҡ пунктында канализация төҙөү һәм күп функциялы клубҡа ҡоролмалар һатып алыу тураһында һүҙ алып барҙы.
Хворостянкала юл билдәләрен ҡуйыу, иҫке балалар уйын майҙансығын һүтеү, йәйге сәхнәне ремонтлау, электроэнергия өсөн түләү квитанциялары дөрөҫ булмауы һымаҡ һорауҙар яңғыраны.
Һамар халҡын экология мәсьәләләре, һыу үткәргесен төҙөү, Һамар АТП-һын йөк автопаркы менән тәьмин итеү, ауылдың юбилейына әҙерләнеү, мәктәпте ремонтлау, ҡорам төҙөлөшө һорауҙары борсой.
Телгә алынған мәсьәләләр протоколға яҙылды һәм артабан тикшереү өсөн контролгә алынды.
Читайте нас