Хәйбуллаға фольклориадаға 300-ләп ҡунаҡ киләсәк
Улар үҙ традицияһын, мәҙәниәтен, халыҡ шөғөлдәрен күрһәтәсәк
VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 августҡа тиклем үтә. Төрлө яҡлы мәҙәни саралар Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында, 10 зонаға берләштерелгән муниципаль берәмектәрҙә үтәсәк.
Хәйбулла районы ла фестиваль майҙансығы буласаҡ. Беҙгә 16 йәштән 80 йәшкәсә тиклемге 300 ҡунаҡ киләсәк. Һәр төрлө илдән килгәндәрҙе 35 кешенән кәм булмаған составтағы коллективтар күрһәтәсәк. Ҡунаҡтар үҙ музыкаһын, бейеүҙәрен, халыҡ шөғөлдәрен, аш-һыу традицияһын, сәхнә костюмдарын күрһәтә.
Шулай уҡ беҙҙең район фольклор коллективтары, үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар сәхнәгә сығасаҡ.