60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Марат һәм Ураҙбикә Балапановтар ғаиләһенең тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ. Улар балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем биргән, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтә. Хеҙмәт йылдарын намыҫлы эш менән уҙғарып, ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр. Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Ауылдың абруйлы, иң оло парҙы ғүмер байрамы менән Һамар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Каримов Рафаэль, ветерандар советы рәйесе Таулыҡаева Зөбәйҙә Шәрифйән ҡыҙы ҡотланы.