2019 йылда Башҡортостан Республикаһының сауҙа буйынса дәүләт комитеты Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм Белорет ҡалаларында балалар өсөн һөт продукцияһын сығарыу буйынса 4 производство сафҡа инде. Һәр бер һөт кухняһы тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөттө эшкәртә.
«Һөт кухняһы» учреждениеһының директоры Эльдар Сәйәғәфәровтың һүҙҙәренсә, 2019 йылдың июленән декабргә тиклем республиканың иң бәләкәй кешеләренә 1,2 миллион порция юғары сифатлы һөт продукцияһы етештерелгән.
– Йогурт, ҡатыҡ, ҡорот, – барыһы ла һөйөү менән һәм иң ҡәтғи санитар ҡағиҙәләре һәм нормаларын үтәп етештеререлгән, – тине Эльдар Сәйғәфәров. – 2019 йылда беҙҙең продукцияны льготалы категорияларҙан – ишле һәм аҙ тәмьин ителгән ғаиләләрҙән 6400-ән ашыу бала бушлай алды. Республикала 6 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларҙы тәьмин итеү 2020 йылдан бөтә ерҙәлә ойошторола.
Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 63 тапшырыу пункты эшләй. Киләһе көндәрҙә тағы дүртәү сафҡа инә: Нефтекамала (Юбилей урамы,21), Белоретта (Маркс урамы,57), Баймаҡта (С.Юлаев урамы,33) һәм Сибайҙа (Маяковский урамы,26).
Яҡын арала Сибай ҡалаһында 5-се һөт кухняһы асыласаҡ.
Һөт кухняларының тергеҙелеүе «Демография» милли проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.