Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 17:54

Межгорьела почтальон тиҫтәләгән кешене уттан ҡотҡарған

.

Ошо көндәрҙә Межгорье ҡалаһы Дудоров урамында урынлашҡан йорттағы фатирҙарының береһендә янғын сыға.
Был көндө почтальон Эльвира Шәйәхмәтова үҙенең ғәҙәти эшен башҡарған – йорттарға пенсия таратҡан. Беренсе подъездға инеп барғанда Эльвира Ишмөхәмәт ҡыҙы 2-се ҡаттағы фатирҙың тәҙрәләренән көслө төтөн, ут ялҡындары сығыуын күреп ҡала. Башҡалар янғын һүндереүселәрҙе саҡырған ваҡытта, Шәйәхмәтова фатирҙарҙың һәр береһенә туҡылдатып, бәлә тураһында киҫәтә. Урындағы кешеләр менән бергә электр щитын һүндерә. Артабан 2-се подъезда ауырыған пенсионерка йәшәүен белеп, уға шылтыратып хәбәр иткән һәм оло кешегә тышҡа сығырға ярҙам итә
Эльвира Шәйәхмәтованың ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һәм үҙен-үҙе аямайынса кешеләргә ярҙам итеүе арҡаһында, ҙур бәлә кисектерелә. Яныу продуктарынан ағыуланыуынан һәм уттан 20-ән ашыу кеше, шул иҫәптән 7 бала ҡотҡарыла.
Фото:Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас