Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 17:46

Баймаҡ кешеһе танышын үлтереүҙә ғәйепләнә

.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитетының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 27 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
13 ғинуарҙа республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына Баймаҡ үҙәк район дауаханаһынан ирҙең күп һанлы тән йәрәхәттәре менән килтерелеүе һәм тиҙҙән уның үлеүе тураһында хәбәр килгән. Зыян күреүсе хайуандар өсөн ҡала питомнигының хеҙмәткәрҙәр өсөн бинанан килтерелгән.
Ваҡиға урынына тиҙ арала тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Улар асыҡлауынса, 12-һенән 13 ғинуарға ҡарай төндә иҫерек булған питомниктың эшсеһе үҙ эше янынан үтеп барғанда хеҙмәткәрҙәр бинаһына ингән. Бында ул ҡарауылсы ҡатын-ҡыҙҙы һәм уның менән бергә йәшәүсе 47 йәшлек ирҙе күргән. Быға тиклем ике ир-егет араһында эш урынында спиртлы эсемлектәр ҙе артыҡ ҡулланыу арҡаһында низағтар булғылаған. Шик аҫтында тороусы ҡатын менән бергә йәшәүсене тышҡа алып сыҡҡан һәм уны ҡулы, аяғы, шулай уҡ көрәк менән күп тапҡыр һуҡҡан һәм ҡайтып киткән. Ҡарауылсы ҡатын-ҡыҙ ашығыс ярҙам саҡырта, әммә ирҙе ҡотҡара алмайҙар. Тиҙҙән шик аҫтында тороусы табалар һәм ҡулға алалар. Енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә.
фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты.
Читайте нас