Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 06:04

Бүребайҙа балалар төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен өйрәнде

.

Ҡышҡы каникулдар осоронда Бүребай балалар сәнғәт мәктәбендә төрлө саралар уҙғарыла. Мәктәп уҡыусылары бында музыкаль инструменттар тураһында уйын формаһында таныша, йөндән ҡул эштәре яһау серҙәренә төшөнә.
“Төрлө илдәрҙең Яңы йыл бейеүҙәре” сараһына ла балалар күпләп килде. Улар бында төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәренең үҙенсәлектәрен һәм хәрәкәттәрен өйрәнде. Бында уҡыусылар күңел күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф алып ҡайтты.

фото: Бүребай балалар сәнғәт мәктәбенең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас