Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2020, 11:20

Подольск уҡыусылары ҡышҡы каникулдарын күңелле уҙғара

.

Ҡышҡы каникулдарҙы балалар күңелле һәм файҙалы уҙғарһын өсөн Подольск ауылында төрлө саралар даими рәүештә уҙғарыла.
Мәктәп уҡыусылары өсөн хоккей турнирҙары ойошторола. Улар өсөн саф һауала төрлө мауыҡтырғыс уйындар, ҡыҙыҡлы ярыштар үткәрелә.
Сараларҙың береһендә балалар бергәләп ҡоштар өсөн тағараҡтар яһап, уларҙы ағастарға элгәндәр. Эш барышында беҙҙең яҡтарҙа ҡышлауға ҡалған ҡоштар тураһында байтаҡ мәғлүмәт тә алып өлгөргән.
Подольск ауылы мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ уҡыусылар араһында һүрәт төшөрөү конкурсын үткәргән. Бында улар ҡышҡы пейзажды һүрәтләүҙән тыш, күңелле уйындарҙа ла ҡатнашҡан.
фото: Подольск ауылы мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас