7 ғинуарҙа оло Әбеш ауылында саңғы ярыштары уҙғарылды. Сара Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура уҡытыусыһы Солтан Йосоп улы Байгилдин иҫтәлегенә арналды. Ул Оло Әбеш урта мәктәбен спорт яғынан, бигерәктә саңғы спортын популярлаштырыуға ҙур көс һалған.
Саңғы ярыштары яҡшы кимәлдә ойошторолдо. Бында ололар ҙа, кесе йәштәгеләр ҙә үҙ категорияһында ярышты, еңеүселәр почет грамоталары һәм приздар менән бүләкләнде.
фото: Әбеш ауыл Советының Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө