Ҡышҡы каникулдарҙың етеүен һәр бер бала түҙемһенләнеп көтә. Таҙа аҡ ҡар кескәйҙәрҙең уйындарына ҙур яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Ҡарҙан һындар яһау, конькиҙа, саңғыла йәки санала шыуыу – был ҡышҡы программаның бәләкәй генә өлөшө.
7 ғинуарҙа Мәмбәт ауылында саф һауала бөтә ғаилә өсөн “Ҡыш бабай менән ҡышҡы уйындар” традицион спорт сараһы уҙҙы. Быйыл балалар “Ҡар менән һүрәт төшөрбеҙ”, мәргәнлеккә уйын, “Кем етеҙерәк” һәм башҡа уйындарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. Йырҙар йырланы, йомаҡтар систе. Ҡыш бабай менән бындай мауыҡтырғыс уйындар балалар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырасаҡ.