7 ғинуарҙа Йәнтеш ауылында Айбулат Әнүәр улы Хәйруллин иҫтәлегенә арналған хоккей буйынса турнир үтте. Әйткәндәй был кубок өсөн ярыштар икенсе йыл рәттән уҙғарыла.
Быйылғы уйындар көсөргәнешле барҙы, бында беҙҙең райондан Йәнтеш, Аҡъяр, Бүребай, Һамар ауылдары командалары, шулай уҡ күрше Йылайыр районы Исҡужа ауылы хоккейсылары ҡатнашты.
Турнир юғары кимәлдә ойошторолдо. Матчтар көсөргәнешле барҙы, барыһы ла матур хоккей күрһәтергә тырышты. Һөҙөмтәлә Йәнтеш ауылы кубок яуларға иреште. Бынан тыш Атингән ауыл биләмәһе башлығы Йәнтеш хоккейсыларына спорт кейемен һатып алырға вәғәҙә иткән.
Матчтар ошолай иҫәптәр менән тамамланды:
фото: "Хәйбулла районында хоккей" Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө